Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Йәмәғәт биләмәләре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте”ндә ошо турала әйтелде. Ултырышта ҡала һәм райондарҙа Зауыҡлы биләмәләр йылына бәйле башҡарылған эштәр ҡаралды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре һәм йәмәғәтселәрҙән махсус комиссия төҙөлгән.
Ул юл, тротуар, газон, сәскә түтәле, туҡталыштар, шулай уҡ алтаҡта, урам рекламаһы, яҡтыртыу торошон баһалай. Октябрьский, Учалы һәм Күмертау ҡалаларында биләмәләрҙе тәртипкә килтереү эше яҡшы алып барыла. Туймазы, Нефтекама, Ишембай, Сибай, Баймаҡ һәм Дүртөйлөлә байтаҡ етешһеҙлектәр асыҡланған. Ҡалалар етәкселегенә мәсьәләне хәл итеү бурысы ҡуйылған. Радий Хәбиров бындай тәжрибәне юғары баһаланы һәм октябрҙә Зауыҡлы биләмәләр йылы буйынса тәүге һөҙөмтәләре менән таныштырырға тәҡдим итте.
#хабиров #жкх #годэстетики





