Башҡортостанда күп фатирлы йорт советтары эшмәкәрлеге яйға һалына

Башҡортостанда күп фатирлы йорт советтары эшмәкәрлеге яйға һалына

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Йәмәғәт биләмәләре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте”ндә ошоға бәйле мәсьәлә ҡаралды. Күп фатирлы йорт советы вәкилдәре торлаҡты һәм ихатаны ремонтлау барышын күҙәтә, коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү сифатын баһаларға ярҙам итә. Әле республикала 12 меңдән ашыу бейек йортта ошондай совет булдырылған.

Фото №1 - Башҡортостанда күп фатирлы йорт советтары эшмәкәрлеге яйға һалына

Әммә торлаҡ ҡануниәтендәге етешһеҙлектәр сәбәпле совет эшмәкәрлегендә ҡыйынлыҡтар килеп сыға. Радий Хәбиров район һәм ҡала етәкселәренә йәмәғәт институтының эшен яйға һалыу буйынса тейешле саралар күрергә ҡушты.

#хабиров #жкх  #советмкд

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ