Бөрйәндәге урман янғындары ҡамап алынған

Бөрйәндәге урман янғындары ҡамап алынған

Ут артабан таралыуға юл быуылған. Бөгөн район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов “Юлдаш” радиоһының Яңылыҡтар хеҙмәтенә шулай тип хәбәр итте. Утты һүндереүгә район ойошмалары, ауыл халҡы һәм ирекмәндәр йәлеп ителде, ти хакимиәттең эштәр менән идарасыһы Ғайса Хәлитов.

Фото №1 - Бөрйәндәге урман янғындары ҡамап алынған

Бөрйәндә урман янғындарын шаршамбыға тулыһынса һүндереү бурысы ҡуйылды. Әле ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү буйынса эштәр дауам итә. Радиотыңлаусыларҙы тәбиғәткә сыҡҡанда һаҡ булырға, ут яҡмаҫҡа, һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө, шырпы ташламаҫҡа, быяла һауыттар ҡалдырмаҫҡа саҡырабыҙ. Янғын асыҡлана ҡалһа тиҙ арала 112 телефоны буйынса шылтыратып хәбәр итеүегеҙ һорала.   

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ