Уҙған тәүлектә 23 гектарҙа дүрт янғын һүндерелгән. Был биләмәләр Бөрйән, Әбйәлил һәм Учалы участка урмансылыҡтарына ҡарай.
Шул уҡ ваҡытта ике урында ағастар яна. Бөрйән урмансылығындағы Нөгөш участкаһында – 17, Әүжән урмансылығының Үҙән участкаһында 3 гектар майҙанды ут ялмап алған. Иртәгән республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Быға бәйле, урман эргәһендә усаҡ, ҡоро үлән һәм сүп-сар яғыу тыйыла.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра, янғын шаһиты булған осраҡта шунда уҡ Урман һағының берҙәм телефонына йәки Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә шылтыратыу һорала. Телефон һандарын экранда күрәһегеҙ.
Илдар Байбулатов.




