Өфөнөң Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял үҙәк паркында автокинотеатр асылды

Ғәҙәти булмаған асыҡ һауалағы үҙәк 54 автомобилгә иҫәпләнгән.

Килгән тамашасы һуңғы быуын светодиод экран аша яратҡан фильмдарын ҡарай ала, ә уның тауышын автомобиль аудиосистемаһынан уҡ тыңларға мөмкин. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай автокинотеатрҙы асыуға коронавирус эпидемияһы сәбәпсе булған. Тәүге сеансҡа балалар йорттарында, тәрбиәгә бала алған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр һәм башҡа ҡунаҡтар саҡырылды. Улар «Арахис сокол» тигән мажаралы комедияны ҡараны. Көндәлек афишаменән майҙансыҡҡа ингән урында, шулай уҡ Өфөхакимиәте сайтында һәмсоциаль селтәрҙәр аша танышып барырға мөмкин.

Автокинотеатрҙы асыу хөрмәтенә шулай уҡ автомобилдәр парады ойошторолдо. Ҡала урамдары буйлап  ретро автомобилдәрҙә Pin-Up стилендә кейенгән ҡыҙҙар үтте. Ретро-кортеж кинотеатр майҙанына килеп еткәнсе Еңеү паркында, «Имәнкәй» скверында һәм «Бейеүсе торналар» фонтаны янында туҡталды.

Илдар Байбулатов.