Башҡортостанда алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеүгә федераль үҙәктән аҡса бүленә

Башҡортостанда алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеүгә федераль үҙәктән аҡса бүленә

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин етәкселегендә Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусы граждандар хоҡуғын яҡлау буйынса фондтың Күҙәтеү советы ултырышы үтте. Унда ете төбәктә проблемалы торлаҡты төҙөп бөтөү мәсьәләһе ҡаралды. Башҡортостанда “Стройиндустрия” һәм “БашЛСТК” компанияларына ҡараған 5 корпус төҙөлөшө федераль бюджет аҡсаһына дауам итә.

Фото №1 - Башҡортостанда алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеүгә федераль үҙәктән аҡса бүленә

“Ишимбайжилстрой”, “БашЛСТК” һәм “Стройиндустрия” компанияларына ҡараған ҡайһы бер корпустар буйынса өлөшсөләргә компенсация түләнә. Тулыраҡ мәғлүмәтте Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты сайтында табырға була.

#дольщики #госстрой

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ