Башҡортостанда уҙған аҙнала 62 урман янғыны теркәлгән

Башҡортостанда уҙған аҙнала 62 урман янғыны теркәлгән

Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов бөгөн онлайн-брифингта ошо турала белдерҙе. Ут сығыуҙың төп сәбәбе – ямғырһыҙ ҡоро йәшен булған. Урман янғынын асыҡлау өсөн төрлө алымдар ҡулланыла.

Башҡортостанда уҙған аҙнала 62 урман янғыны теркәлгән
Фото №1 - Башҡортостанда уҙған аҙнала 62 урман янғыны теркәлгән

Бөгөн республикала 4 урында урман яна. Белорет районында Әүжән һәм Үҙән урмансылыҡтарында ут менән көрәш бара. Кисә биш урман янғыны, шул иҫәптән Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында, тулыһынса һүндерелгән. Әле республикала урманда янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә. Бөгөн дә ҡайһы бер райондарҙа юғары янғын хәүефе һаҡлана.

#пожары #минлесхоз

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ