Кушнаренко районындағы Манъяҙы күлендә күпләп балыҡ ҡырыла. Һыу ятҡылығында үлгән балыҡтарҙы насар еҫ буйынса Әхмәт ауылы халҡы таба. 200 килограммға яҡын күл байлығының бер өлөшө экспертизаға оҙатыла, ҡалғаны ауыл осонда күмелә. Күлдәге ғәҙәттән тыш хәл хаҡында тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Манъяҙы күле буйы тулып ятҡан балыҡтарҙы күреп кибет прилавкаһы тиеп уйларға мөмкин. Шүкә, табандар һыу өҫтөндә теҙелеп ята. Тик балыҡтарҙың йөҙәрләп үлеп ятыуына тәүгеләрҙән булып кул буйында Әхмәт ауылында йәшәүсе Заһир Әхмәлетдинов иғтибар итә. Көн эҫе булыуға ҡарамаҫтан, ул йортто елләтеү өсөн тәҙрәләрҙе аса алмай, сөнки һыу буйынан һаҫыҡ еҫ килә.
Урындағы халыҡ шунда уҡ ваҡиға урынына йыйыла, сөнки насар еҫ бөтә ауыл буйынса тарала. Һыуҙағы үҫентеләрҙән, күпләп ҡырылған балыҡтан Манъяҙы күле боҙолоп, төҫөн үҙгәртә.
Балыҡ эҫенән тонсоғоп ҡырылған ерҙә район ветеринария идаралығы хеҙмәткәрҙе тикшереү ойоштора. Улар һүҙҙәренсә, табан-шүкәләр тәбиғи шарттарҙа һәләк булла, һыуҙа сәнәғәт предприятиелары ҡалдыҡтары һәм хәүефле матдәләр табылмай.
Төбәктә һуңғы аҙнала һауа температураһы 35 градустан юғары күтәрелеүе Әхмәт ауылы өсөн эҙемтәһеҙ үтмәй – балыҡтарға, күлгә зыян килә. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы, үлгән балыҡтар ауыл осона күмелә. Урындағы халыҡ был күренеш иғтибарһыҙ ҡалмаҫ тип өмөтләнә, сөнки күптәрҙең яратҡан һыу ятҡылығы юҡҡа сығыу хәүефе янай.
Флорида Ким.




