Башҡортостан вәкилдәре Липецк өлкәһендә төбәк-ара тарихи реконструкция фестивалендә ҡатнаша

Бөйөк Ватан һуғышында 1942-се йылдың йәйендә Тербуны районында ҡаты алыш үтә. Унда 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары ҡатнаша. Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов етәкселегендәге атлылар немецтар һөжүменә ҡаршы тороп батырлыҡ күрһәтә.

Тарихи фестиваль бишенсегә ойошторола. Беҙҙең республика вәкилдәре унда беренсегә ҡатнаша. “Любизар” хәрби-тарихи клуб етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов һөйләй.

Башҡортостан вәкилдәре Липецк өлкәһендә төбәк-ара тарихи реконструкция фестивалендә ҡатнаша

         Иртәгә Тербуны фронтында яу яланында һәләк булған яугирҙарҙы ҡайтанан ерләү була. 25 июлдә генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов һәм армия генералы Александр Лизюковҡа һәйкәл асыу тантанаһы үтә, хәрби-тарихи реконструкция ойошторола.

#шаймуратов #вов #реконструкция #любизар