Радий Хәбиров бөгөн ҙур сауҙа үҙәктәре вәкилдәре менән осрашты

Радий Хәбиров бөгөн ҙур сауҙа үҙәктәре вәкилдәре менән осрашты

Унда магазиндарҙа эпидемиологик талаптар үтәлеше буйынса фекер алышыу булды. Коронавирус пандемияһы башланғандан алып мобиль төркөм 41 меңдән ашыу ойошманы тикшергән һәм 600-ҙән ашыу протокол төҙөгән. Тәртип боҙоу осраҡтары күбеһенсә сауҙа үҙәктәренә тура килә.

Фото №1 - Радий Хәбиров бөгөн ҙур сауҙа үҙәктәре вәкилдәре менән осрашты

Магазиндар йәки башҡа йәмәғәт ойошмалары ябылмаһын өсөн санитар талаптар үтәлеүе шарт. Башҡортостан Башлығы сауҙа ойошмаларына халыҡҡа йәмәғәт урындарында битлек кейергә, социаль араны һаҡлау кәрәклеген аңлатыу мөһимлеген иғтибарға алды.

         #хабиров #санэпиднормы

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ