Башҡортостан фольклориада ҡунаҡтарын ҡаршылауға әҙерләнә

Бөтә ҡалалар һәм райондарҙа заманса инфраструктура булдырыу маҡсаты ҡуйылған. Беренсе вице-премьер Андрей Назаров шулай тип белдерҙе.

Башҡортостан фольклориада ҡунаҡтарын ҡаршылауға әҙерләнә

Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы быйыл үтергә тейеш ине, коронавирус арҡаһында этнофестивалде уҙғарыу ваҡыты киләһе йылдың йәйенә күсте. Республикаға 80 илдән 2 мең ярым кеше килеүе көтөлә. Улар 30-ҙан ашыу район һәм ҡалала буласаҡ.