“Өс таған” фильмы августа прокатҡа сығыуы көтөлә

Картина Мостай Кәримдең ошо уҡ атамалы әҫәре буйынса төшөрөлгән. Кинорежиссер Айнур Асҡаров әйтеүенсә, премьера Өфөлә 27 авгусҡа билдәләнгән. Әле фильмды бөтә ил буйынса күрһәтеү өсөн һөйләшеүҙәр алып барыла.

“Өс таған” фильмы августа прокатҡа сығыуы көтөлә

“Өс таған” тулы метражлы нәфис фильмы Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан төшөрөлдө.

#таганок #фильм