Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы быйыл сентябрҙә тауыш биреүҙе өс көн үткәрергә тәҡдим итте

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы быйыл сентябрҙә тауыш биреүҙе өс көн үткәрергә тәҡдим итте

Быға тиклем Дәүләт Думаһы тауыш биреүҙе өс көн ойошторорға рөхсәт иткән закон ҡабул итте. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова билдәләүенсә, һайлауҙы оҙайтыу әлеге шарттарҙа санитар-эпидемиологик яҡтан да отошло һәм хәүефһеҙ. Быйыл 13 сентябрҙә – илдә Берҙәм тауыш биреү көнө.

Фото №1 - Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы быйыл сентябрҙә тауыш биреүҙе өс көн үткәрергә тәҡдим итте

Закон ҡабул ителгән осраҡта, 11 һәм 12 сентябрҙә лә һайлау участкаһына барып тауыш бирергә була. Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көнөндә ҡала, район һәм ҡайһы бер ауыл советтарына депутаттар һайлана, шулай уҡ ике округта Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайға депутаттар өсөн тауыш биреү үтә.

#цикрф #выборы

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ