Проектты «Инвестиция сәғәте»форматында уҙған кәңәшмәлә «Русатом Хэлскеа»етәксеһе Александр Шибанов тәҡдим итте. Яман шеш ауырыуҙарын дауалау һәмдиагностикалау үҙәктәретөҙөү менән шөғөлләнгән компания республикаға 1 миллиард 200 миллион һуминвестициялар индерергә ниәтләнә.
Үҙәкбарлыҡҡа килеү менән төбәктә белгестәр әҙерләүөсөнзаманса уҡытыу – техник база ла ойоштороласаҡ. Кәңәшмәлә тап ошо проектҡа өҫтөнлөкбирелде һәмРадий Хәбиров хөкүмәткә ер бүлеү мәсьәләһендә ярҙам итеү бурысы ҡуйҙы.
Инвестиция сәғәтендә Күмертауҙа барлыҡҡа киләсәк Ка-26 вертолеттарын ремонтлау проекты ла тикшерелде. Осоу аппараттарын төҙөкләндереү һәм запас өлөштәр етештереү майҙансығы яңы барлыҡҡа килгән йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә ойоштороласаҡ. Проект хаҡы 600 миллион һум. Әлегә тиклем Күмертау заводы 800 Ка-26 вертолеттары һатҡан. Улар төрлө илдәрҙә хеҙмәт итә. Моделде етештереүҙе туҡтатыу менән уларҙы хеҙмәтләндереүгә һорау артҡан ғына.
Айнур Кәбиров.





