Өфөнөң Мушников урамындағы 21-се йорттоң ҡыйығын капиталь ремонт яһау тотош йорт фатирҙарына төҙөкләндереү менән тамамлансаҡ. Июнь айында башланған ремонт тейешенсә атҡарылмаған. Түбәнән ямғыр һыуҙары аға, хатта эҫе һыу ҡойола. Подрядсы ойошманың бындай эшмәкәрлеге тураһында төбәк операторына хат ебәрелгән.
Фатир түбәһенән эҫе һыу шарлауыҡтай ҡойола. Мушников урамындағы күп ҡатлы йорттоң стеналары буйлап ул аҫҡы ҡаттарға тиклем ағып төшә. Һөҙөмтәлә торлаҡ түбәләре, обойҙар аҡтарыла, йыһаздарға зыян килә.
6 июндә күп ҡатлы йорттоң ҡыйығы капиталь төҙөкләндереү программаһы буйынса яңыртыла башлаған. Әммә уны ойоштороусылар ҡаш төҙәтергә лә өлгөрмәй күҙ сығарған. Хәҙер ҡыйыҡты ғына түгел, фатирҙарҙы ремонтларға кәрәк.
Подрядсы ойошма ҡыйыҡты аҡтарған, ә бына кире ябыу оҙаҡҡа һуҙылған.Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар хәлде киҫкенләштергән. Өҫтәүенә, күп ҡатлы йортта йәшәүселәр ремонт яһаусыларҙың үҙҙәрен тәртипһеҙ тотоуҙарын билдәләй.
Яуапһыҙлыҡ арҡаһында һөҙөмтәлә ҡыйыҡты ғына түгел, утыҙҙан ашыу фатирҙы ла капиталь төҙөкләндереү талап ителә. Уны подрядсы ойошма башҡарырмы, һорау әле асыҡ ҡала.
Рәмилә Исмәғилева.




