«Төнъяҡ Амурҙары» киләһе йыл аҙағында донъя күрәсәк

Башҡорт яугирҙәренең ҡаһарманлығына арналған йәнһүрәтте Өфөнөң «Муха» студияһы төшөрә. Эш барышы менән бөгөн Республика башлығы ла танышты, Радий хәбиров студияла булып ижади шарттар, килсәккә пландар менән ҡыҙыҡһынды, үҙ тәҡдимдәрен индерҙе. Улар хаҡында ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Төнъяҡ Амурҙарының геройҙары һөйләшә башлаған, әммә йәнһүрәт тамашасыларҙың күңеленә үтеп инһен өсөн тауыш ҡына әҙ, уны байытыу, йәнләндереү шарт. Шунан инде кадрҙағы һүрәттәргә тура килтереп йыйыу башлана.

Авторҙар әйтеүенсә, һәр йәнһүрәт башында ниәт һәм геройҙарҙың образдары, йәғни тышҡы ҡиәфәттәрен төшөрөү ята. Төнъяҡ Амурҙары тигән төшөнсә француз яуында ғына барлыҡҡа килһә лә, йәнһүрәт 17-се быуатты ла үҙ эсенә ала, йәғни шведтар менән һуғыштан башлана. Рәссам Алексей Мотавин әйтеүенсә, геройҙарҙың тышҡы йөҙөн, кейемдәрен төшөргәндә тарихсыларға мөрәжәғәт итергә тура килә. Ваҡиғалар тотош Башҡортостанда барһа ла, прототип итеп Инйәр буйы алынған, ә бына геройҙар берәү генә түгел, бишәү. Йәғни ил һағына батырҙар ғына түгел, төрлө быуын вәкилдәре баҫа.

Төнъяҡ амурҙары хаҡындағы йәнһүрәт Башҡортостан башлығы заказы буйынса төшөрөлә, студия был эште йыл ярымда йомғаҡларға ниәтләй. Радий  Хәбиров Өфө студияһының майҙанын да, эшмәкәрлеген дә киңәйтеү яғында.

Әле «Муха» студияһында ун ижад емеше өҫтөндә эш бара. Уларҙың берәүһе күренекле яҡташыбыҙ, билдәле дипломат Кәрим Хәкимов хаҡындағы комикстар. Проект авторы һәм продюсер Камил Буҙыҡаев әйтеүенсә, эш ике йүнәлештә ҡоролған- Кәрим Хәкимовтың тормош, хеҙмәт юлы тураһында документаль фильм төшөрөү һәм балалар өсөн тәғәйенләнгән комикстар әҙерләү.

«Муха» студияһында әлеге ваҡытта 50 кеше эшләй, улар ике йылға бер йәнһүрәткә йән өрә. Хужалар әйтеүенсә, составы арттырыу эш тиҙлеген арттырасаҡ.

Республика башлығы студияның майҙанын киңәйтеү бурысын да ҡуйҙы, сөнки әле бүлмәләр ҡыҫынҡы булыу сәбәпле күп белгестәргә өйҙән тороп эшләргә тура килә. Бынан тыш киләсәктә «Союзмультфильм» менән берлектә Өфөлә уҡытыу үҙәге лә асыу күҙаллана. Был йәнһүрәттәр төшөрөү эшенә йәш быуынды йәлеп итеү мөмкинлеге бирәсәк.

Рәмзиә Кәримова.