Сибай филармонияһын ремонтлау тамамлана

2015 йылда янғындан зыян күргән бинаны реконструкциялау уҙған йылда башланды. Әлегә  яңы корпус төҙөлгән, бинаның йөҙө алмаштырылған, тирә-яҡ тәртипкә килтерелгән. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, филармонияның тамашалар залы  500 урынға тиклем арттырыла.

Яңыртылған мәҙәниәт усағын йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.