Өфөлә уҙған ял күңел асыу урынында сыҡҡан бәхәс атыш менән менән тамамлана

90-сы йылдар шаңдауы. Өфөлә уҙған ял күңел асыу урынында сыҡҡан бәхәс атыш менән менән тамамлана. Видеояҙмала күренеүенсә, ҡораллы ир икенсе кешене ҡыуып етеп өс тапҡыр ата. Зыян күреүсе ҡаты йәрәхәтләнеүҙәр менән дауаханаға оҙатыла. Мостай Кәрим һәм Чернышевский урамдары киҫелешендә йәшәүселәр әйтеүенсә, бар эргәһендә һуғыш, тауышланыу осраҡтары даими ҡабатланып урындағы халыҡтың тормошона ҡамасаулай.

Айырыуса шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә ыҙғыштар йыш була. Бар янында кеше күп йыйыла. Төн уртаһында улар әрләшеп, һуғышҡан осраҡтар тамам ялҡытты.

Рөстәм, Өфөлә йәшәүсе

Атыш ойошторған ир ваҡиға урынынан ҡаса. Әле уны хоҡуҡ һаҡлау органдары эҙләй. Видеоҙмаға таянып ҡораллы ирҙең фотороботы төҙөлгән. Яҡынса 30 йәштәгеләрҙәге иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ғәйепләнеүсенең ҡайҙа булыуы хаҡында ниндәйҙер мәғлүмәте булған граждандарға хоҡуҡ һаҡлаусыларына мөрәжәғәт итеү һорала.

Асыҡланыуынса бер нисә ир араһында сыҡҡан бәхәс атышҡа килтерә. Осраҡ буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылды, ғәйепләнеүсе ир эҙләнә.

Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе
Фото №1 - Өфөлә уҙған ял күңел асыу урынында сыҡҡан бәхәс атыш менән менән тамамлана

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ