Урманда тағы шартлау

Иглин районындағы Урман ауылындағы элекке хәрби складтар урынында бөгөн шартлау яңғыраған, дүрт кешегә зыян килгән. Улар илдең Хәрби көстәр министрлығы менән контаркт буйынса эшләгән ойошма хеҙмәткәрҙәре. Ғәҙәттән тыш хәл боеприпастарҙы утилләштерергә йыйған саҡта теркәлә. 

Снаряд яландан алып сыҡҡанда трактор көрәгендә килеш шартлаған. Ойошма хеҙмәткәрҙәре баш ҡалалағы дауаханаларҙың береһенә оҙатылған. Урында ҡотҡарыусылар, тәфтиш комитеты һәм полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй. Арсеналда хәрби ҡорал өс йөҙ гектарға тиклем таралған һәм уны подрядсы ойошма былтырҙан бирле таҙартыу менән шөғөлләнә.

Фото №1 - Урманда тағы шартлау

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ