Майҙан алып Башҡортостанда утыҙға яҡын бала күп ҡатлы йорт тәҙрәһенән ҡолап, дауаханаға эләккән

Үлемосраҡтары ла теркәлгән. Белгестәр билдәләүенсә, башлыса 2 йәштәналып 5 йәшкәсәмалай-ҡыҙҙарбәләгә тарый. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Бер-ике минутҡа ғына баланы ҡарауһыҙ ҡалдырыу күңелһеҙ тамамланыуы ихтимал. Асыҡ тәҙрә булһынмы, балконмы – кескәйҙәр өсөн был хәүефле уйын майҙансығы. Бер генә аҙым да етә үпҡынға осоуға. Өфөнөң 17-cе ҡала балалар клиник дауаханаһында күңелһеҙ статистика йыл да ҡабатлана. Йәйге осорҙа йәрәхәтләнеүселәрҙең артыуы күҙәтелә.

Москит селтәре себен, серәкәй, төрлө бөжәктәрҙән һаҡлайҙабит, әммәбәләнән аралай алмай. Өфөнөңграждандарҙы яҡлау идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан ғынабаш ҡалалаюғары ҡаттанҡолаптөшөүгә бәйле алты осраҡ теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа, бер бала һәләкбулған.

Ҡотҡарыусылар балаларҙы өйҙә генә түгел, бүлмәлә лә яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡыра. Шул уҡ ваҡытта тәҙрә асылыуын автоматик рәүештә тотҡарлаусы махсус ҡулайлама, йә балалар йоҙағын ҡулланыу кәңәш ителә. Тәҙрә тотҡаһын һүтеп алыу – иң ябай варианттарҙың береһе. Ғәҙәти хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү ҙә күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртә.

Бәләкәй балаларҙың тәҙрәне бер туҡтауһыҙ асып-ябыуын, йә балкон ситендә яңғыҙ ғына ултырыуын күрәһегеҙ икән, 112 һандары буйынса тиҙ арала шылтыратыу талап ителә. Адрес буйынса оператив рәүештә ашығыс хеҙмәттәр киләсәк.

Яна Калинина, Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәткәре

Ике йыл элек Өфөләге төҙөлөш объекты балконы ҡыйығында өс йәшлек ҡыҙ төн үткәргәйне. Уны эҙләүҙә хоҡуҡ һағындағылар, кинологтар, эҙәрмәндәр ҡатнаша. Тик иртән генә эшселәрҙең береһе баланың илау тауышын ишетә. Уларҙың икеһен дә артабан ҡотҡарыусылар эвакуациялай.

Кескәйҙәрҙе тимер мискә, кер йыуыу машинаһынан да сығарырға тура килә. Коронавирус пандемияһы осоронда улар башлыса өйҙә, шуға көнкүреш йәрәхәттәрен алыусылар күп. Өфөнөң 17-cе ҡала балалар клиник дауаханаһына ғына көнөнә һикһәнгә яҡын кеше мөрәжәғәт итә, уларҙың кәмендә унауһы хирургтар ярҙамына мохтаж.

Фото №1 - Майҙан алып Башҡортостанда утыҙға яҡын бала күп ҡатлы йорт тәҙрәһенән ҡолап, дауаханаға эләккән

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ