Баш ҡалала коммуналь түләүҙәр квитанцияларында, лифттарҙағы иғландарҙа отошло итеп аҡса индереүгә саҡырған кооператив тураһында мәғлүмәт осратыу мөмкин. Белгестәр әйтеүенсә, яңы ойошма дәүләт реестрында теркәлмәгән. Шуға ла кооперативтың финанс операциялары күҙәтеү органдары менән тикшерелмәй. Өфөлә йәшәүселәрҙе аҡса һалып бер йыл эсендә 30%-ҡа тиклем килем алыуҙы вәғәҙәләгән ойошма эшмәкәрлеге уҙған йылда уҡ башланған. Рәсәйҙә финанс эшмәкәрлек алып барыуға хоҡуҡлы ойошмаларҙың исемлеген Үҙәк Банктың сайтында тикшереү мөмкин.
Флорида Ким.




