Иглин районы Урман ҡасабаһында йәнә шартлау яңғыраны

Иглин районы Урман ҡасабаһында йәнә шартлау яңғыраны

Бөгөн элекке хәрби келәттә снаряд шартлау сәбәпле, боеприпастар йыйыу һәм үтилләштереү менән шөғөлләнгән ойошманың 4 хеҙмәткәре зыян күргән. Улар дауаханаға оҙатылған. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, шартлау сәбәптәре асыҡлана.

Фото №1 - Иглин районы Урман ҡасабаһында йәнә шартлау яңғыраны

Урман ауыл биләмәһе хакимиәте башлағы Рафаэль Ҡалҡаманов беҙҙең радиоға ошоларҙы хәбәр итте.

Иглин районы Урман ҡасабаһында йәнә шартлау яңғыраны

Урман ҡасабаһында 2011 йылда хәрби келәттә шартлау булды. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында ҙур янғын сыҡты, халыҡ йорттарын ташлап китергә мәжбүр булды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ