Сир сигенергә уйламай

Һуңғы тәүлектә республикала коронавирус 33 кешелә табылған. Шулай итеп дөйөм ауырыусылар һаны 6 640 кешегә еткән. Ҡурҡыныс сирҙән 22 кеше һәләк булған.

Пандемияны иҫкәртеү маҡсатында республикала юғары әҙерлек режимы дауам итә, йәмәғәт урындарында битлек кейеп йөрөү, дистанция һаҡлау мотлаҡ. Бер үк ваҡытта халыҡ бушлай медицина битлектәре менән тәьмин ителә.

Март аҙағынан алып Өфөнөң Ленин районында 15 мең самаһы һаҡланыу сараһы таратылған. Сираттағы акция хәүеф төркөмөнә ингәндәрҙе, йәғни оло йәштәгеләрҙе коронавирустан һаҡлау өсөн ойошторолдо. Битлектәрҙе таратҡанда бөтә һаҡланыу ҡағиҙәләре үтәлде: ирекмәндәр үҙҙәре лә битлектә, ҡулдарына бирсәткәләр кейеп эшләне, тейешле дистанция һаҡланды.

Фото №1 - Сир сигенергә уйламай

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ