Өфө уртаһындағы Венеция

Ләкин был урынға туристар йөрөмәй. Киреһенсә, урында йәшәүсе халыҡ та был һыу ятҡылығынан нисек ҡотолорға белмәй. Өфөнөң Яңы кустарная урамындағы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр баҡса, кәртә-ҡураның һыу аҫтында ҡалыуына зарлана. Быға һыу улағына сүп-сар тығылыуы сәбәпсе. Халыҡтың төрлө инстанцияларға мөрәжәғәте лә яуапһыҙ ҡала. Бөгөн күл эсендә ултырған йортҡа хатта ҡыр өйрәктәре эйәләшкән. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Ҡасандыр күпләп емеш-еләк, сәскәләр үҫтергән Гүзәлиә Ляшкованың баҡсаһы бөгөн һыу аҫтында. Бөгөн уның барлығын ҡыҙарып ултырған алмаларға ҡарап ҡына танырға мөмкин. Өҫтәүенә, йәшәгән урын ямғыр һыуы менән эргә-тирәнән ағып килгән сүп-сарға тулған.

Беҙҙә һыуҙың булмаған көнө юҡ. Ямғыр яуа ҡалһа, һыу йортҡа тиклем күтәрелә. Бер үк проблема. Электр уты сафтан сыға, бар йорт йыһаздарының да зыян күреүе тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

Гүзәлиә Ляшкова

Гүзәлиә Мират ҡыҙы был йортта биш тиҫтә йылдан ашыу йәшәй. Ҡайҙалыр күсеп китеү тигән һорау тыуһа ла, мөмкинлек юҡ. Һыу баҫыу проблемаһы тик беренсе йыл ғына күтәрелмәй. Быға эргәлә күп ҡатлы йорт төҙөлөшө сәбәпсе, ти халыҡ.

Күп ҡатлы йорт төҙөлөшө алдынан компания беҙҙең яҡҡа торбалар һуҙҙы. Һөҙөмтәлә, беҙ баҡсаһыҙ, кәртә-ҡураһыҙ ҡалдыҡ. Хатта, күрше йортто нигеҙе менән бергә йыуып алып киткәйне. Йыл да бер үк хәл. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына шылтыраттыҡ, хеҙмәткәрҙәр кәмәһен ҡалдырыуҙан башҡа әмәл тапманы.

Людмила Бородина

Төҙөлөш компанияһы, Өфөнөң Киров районы хакимиәте лә һыу күтәрелеүҙе улаҡҡа сүп-сар тығылыуға бәйләй.

Мәсьәләгә шаршамбы Өфөнөң Киров районы хакимиәтендә үтәсәк киңәйтелгән ултырышта ҡаралыр тип көтөлә. Проблеманың хәл ителеренә өмөт итә, зыян күреүселәр. Ләкин, һыу улаҡтан тулыһынса ағып бөтһә лә, баҡсаны ҡайтарып булмаясағына билдәле.

Фото №1 - Өфө уртаһындағы Венеция
Башбат

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ