Салауат районында үлемесле юл фәжиғәһе теркәлде

Әле генә билдәле булыуынса, Салауат районында Крапачев – Мәсәғүт – Ачит юлының Юныс ауылы янындағы өлөшөндә үлемесле юл фәжиғәһе теркәлде. Фура менән форд транзит микроавтобусы бәрелешеүе һөҙөмтәһендә 2 кеше һәләк булған, 6-һы төрлө тән йәрәхәттәре менән урындағы дауаханаға оҙатылған.

Билдәле булыуынса, салонында 17 кеше, шул иҫәптән бер бала булған маршрут автобусы Янған тау – Өфө йүнәлеше буйынса китеп барған. Фажиғә урынында ҡотҡарыусылар һәм башҡа оператив хеҙмәттәр эшләй. Транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана.

Һамар-Өфө-Силәбе трассаһындағы авария ла 9 йәшлек баланың ғүмерен ҡыйҙы. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре: буйынса, Лада Калина автомобилен йөк машинаһы бәрҙерә. Көслө һуғылыуҙан тәүгеһенең артҡы өлөшө юҡҡа сыға. Салонда ултырған ҡыҙ бала тиҙ ярҙам машинаһы килеп еткәнсе һәләк була. Рулдә ултырған әсәһе дауаханаға оҙатылған.  

Фото №1 - Салауат районында үлемесле юл фәжиғәһе теркәлде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ