Илеш районы Андреевка ауылындағы китапхана тулыһынса заманса йыһазландырыла

Ул "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы уҙғарылған конкурста еңеү яуланы, тип хәбәр итә Республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Илеш районы хакимиәте белгесе Альбина Ғабдуллина һөйләй.

Илеш районы Андреевка ауылындағы китапхана тулыһынса заманса йыһазландырыла

Башҡортостан китапханалары "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы уҙғарылған конкурстарҙа даими ҡатнашып килә.

Быйыл заманса итеп яңыртылған Благовар районы үҙәк китапханаһы, Дүртөйлө районы Әсән һәм Туймазы районындағы Ҡандра ауылдары китапханалары ишектәрен аса.