Өфөләге Совет майҙанын төҙөкләндереүҙең тәүге этабын 10 декабрҙә тамамлау күҙаллана

Әле бында эш графикка ярашлы бара, подрядсы ойошма ошо көндәрҙә гранит ҡатламын һала башларға ниәтләй.  

Обьектты төҙөү барышын һәм сифатын бөгөн Республика башлығы ла тикшерҙе. Мәғлүм булыуынса, Совет майҙанындағы реконструкция тап Радий Хәбировтың тәҡдиме менән башланғайны. 2019 йылда уҙған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан башлығы башҡалала тарихи  һәм мәҙәни йәмәғәт киңлеге барлыҡҡа киләсәге хаҡында белдерҙе. Әле бында төҙөлөш эштәрен «БНЗС» ойошмаһы алып бара, уның генераль директоры Руслан Мәүлийәров билдәләүенсә, материалдар менән тотороҡлоҡ юҡ, бында төҙөкләндереү эштәренән тыш 112-се кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл дә ҡалҡып сығасаҡ. Шулай уҡ майҙанда Өфөләге «Бейеүсе торналар» фонтаны тибындағы яҡтыртылған һәм музыка уйнаған фонтан да барлыҡҡа килер тип көтөлә.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин әйтеүенсә, машиналарҙы ҡуйыу урындары булдырыу ҙа иғтибар үҙәгендә, улар Совет майҙанында урынлашҡан учреждениелар хеҙмәткәрҙәре өсөн бик мөһим. Бынан тыш, ял итергә килеүселәр өсөн дә транспорт ҡуйыу урыны ҡаралырға тейеш. Радий Хәбиров төҙөүселәргә майҙанды киңәйтеү мөмкинлектәрен ҡарарға ҡушты. Республика башлығы фекеренсә, Совет майҙаны башҡаланың иң күркәм һәм халыҡты йәлеп итеп торған үҙәк урындарының береһе буласаҡ.

Рәмзиә Кәримова.