Дим биҫтәһе Таллин урамындағы йорттарҙа йәшәүселәр ремонтты 30 йыл көткән

Стена буяуҙары ҡойолоп бара, тишектәрҙән ел үтә. Дим биҫтәһе Таллин урамындағы йорттарҙа йәшәүселәр ремонтты 30 йыл көткән. «Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә  төҙөкләндереүэштәре комплекслы тормошҡа ашырыла: ихаталар менән бергә йорт подъездары ла тәртипкә килтерелә. Йортта йәшәүселәр кәңәшләшеп үҙ аллы ремонт планын төҙөгән. Оҙаҡламай бында балалар һәм спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк, юлдарға асфальт һалынасаҡ.

Программа сиктәрендә Дим биҫтәһендәге ике ихатаны төҙөкләндереүгә 40 миллион һумғаяҡын аҡса йәлеп ителгән. Былтырғы төҙөлөш эштәре менән сағыштырғанда, 2020 йылда ремонт эштәренә яңылыҡтар индерелгән. Мәҫәлән, йортта йәшәүселәр  буяу төҫтәрен һәмбашҡа үҙенсәлектәрҙебилдәләй. Эштәр 15 август тамамаланыр тип көтөлә.

Фото №1 - Дим биҫтәһе Таллин урамындағы йорттарҙа йәшәүселәр ремонтты 30 йыл көткән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ