Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыу уңайынан саралар планы ҡаралды

Башҡортостан Хөкүмәтендә ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Республика Башлығы указына ярашлы, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағирының юбилейы ҙурлап билдәләнә. Ошо уңайҙан китап күргәҙмәләре, түңәрәк өҫтәлдәр, мәктәптәрҙә класс сәғәттәре, Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үткәрелә. Интернетта “Шағирҙар шағирҙы уҡый” тигән халыҡ-ара әҙәби-сәнғәт конкурсы иғлан ителде. Унда һәр кем ҡатнаша ала.

Конкурс шарттары буйынса, Мәжит Ғафуриҙың әҫәрҙәрен тасуири уҡырға йәки шағирға арнап яҙылған шиғыр һөйләргә мөмкин. Эштәр төрлө телдәрҙә ҡабул ителә. Видеояҙмаларҙы конкурстың социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөнә ебәрергә кәрәк. Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейы мөдире Ғәҙилә Бүләкова флешмобтың маҡсаттары менән таныштыра.

Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыу уңайынан саралар планы ҡаралды

         Ижади эштәр 25 октябргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығына арналған тантанала бүләкләнә.