Баш ҡалала һауа десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәргә арналған һәйкәл барлыҡҡа киләсәк

Ун бер метрға еткән обелискты киләһе йыл урынлаштырыу күҙаллана. Радий Хәбиров хәрби бәрелеш һәм һауа десант ғәскәрҙәре ветерандарының был тәҡдимен хуплап сыҡты һәм проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе. Ошо һәм һәм ветерандарҙы борсоған башҡа мәсьәләләр ғәскәр ойошторолоуға 90 йыл тулыуға арналған осрашыуҙа өйрәнелде. Республика етәксеһенең десантсылар менән әңгәмәһе хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.

Бәлки шуғалыр ҙа был төйөн «сикһеҙ тоҡан» тип атала. Һуңғы тапҡыр парашют менән һикереүенә ике тиҫтә йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, десантсы Фәнил Солтанғолов ебәк арҡандарҙы күҙен йомоп та йыя ала. Сөнки йырҙа йырланғанса парашютҡа ҙәңгәр күкте тултырыу уның һөнәренә әйләнгән.

Тәүҙә өйрәнсек булһа, һуңғараҡ Фәнил Солтанғолов үҙе үк инструктор булып китә. Рязандың һауа десант ғәскәрҙәре училищеһында уҡығанда ул иллле тапҡырҙан ашыу һауала парашютын аса. Ләкин күпме генә һикермәһен самелет салонынан тулҡынланмайынса ғына бушлыҡҡа атлау мөмкин түгел, ти десантсы.

Ләкин ҡурҡыныс тип һауаға күтәрелмәй ҡалыу мөмкин түгел. Беҙҙән башҡа бер кем дә түгел, тигән девиз десантсыларҙы ҡанатландыра. Бер тапҡыр йөрәккә ингән күктең зәңгәрлеге ғүмерлеккә иҫтә ҡала, ти Фәнил Солтанғолов.

Хәрби бәрелештәр ветераны, подполковник Солтанғолов өсөн Һауа десант ғәскәрәҙре өкөнө иң ҙур байрам. Был көнгә бер нисә көн алдан әҙерләнә башлай. Хәрби дуҫтарына шылтырата, хеҙмәттәштәрен ҡунаҡҡа саҡыра. Ләкин был юлы уның үҙен ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Радий Хәбиров Рәсәй армияһының элитаһы һаналған ғәскәргә 90 йыл тулыу һәм десантсылар көнөн уңайынан ветерандар менән осрашты.

Элекке десантсы булмай тигәндәй ветерандар әле лә әүҙем тормош алып бара. Улар йәш быуынды патриотик рухта, йәмғиәттә әхлаҡ нормаларын тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Хәрби бәрелеш ветерандарының үҙ проблемалары ла юҡ түгел. Десантсылар төбәк етәксеһенә ветерандар мәнфәғәттәрен яҡлаусы омбудсмен булдырыу тәҡдиме индерҙе. Радий Хәбиров башланғысты хупланы һәм был институтты ойоштороу тураһында уйлаясағын белдерҙе. Шулай уҡ һауа десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәргә арналған һәйкәл ҡуйыу тәҡдиме лә төбәк етәксеһенең хуплауын тапты.

Айнур Кәбиров.