Өфөлә шәхси йорттарҙа йәшәүселәр ҡоҙоҡтан һыу аҡҡанға зарлана

Торлаҡ идаралығы ойошмалары юл аҫтындағы һыу торбаларын хеҙмәтләндереүҙән баш тарта, сөнки һыу каналдары йорт хужалары яуаплығында тип иҫәпләнә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Крәҫтиән урамындағы шәхси йорттар алдында 1-се майҙан өҙлөкһөҙ һыу аға. Еренә еткереп яһалмаған ремонт эҙемтәләреме, торбалар иҫкереп сафтан сыҡҡанмы – торлаҡ хужалары был һорауҙарға яуап эҙләй, тик һөҙөмтәһеҙ. Ҡоҙоҡтар өсөн яуаплы ойошма табылмай.

Ҡойонан аҡҡан һыу сәскәләрҙе боҙа, күрше йорттарҙың баҙҙары һыу менән тулып бөттө. Ҡала хакимиәте ағзалары, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре хәбәрҙәр, әммә бер кем дә ярҙам итергә теләмәй.

Илья Гурский, Өфөлә йәшәүсе

Июньдә һыу юлдары менән ҡатмарлыҡтар сығып урындағы халыҡ бер айға йылы һәм һалҡын һыуһыҙ ҡала. Эҫе көндәрҙә ағас йортта янғын сыҡҡан осраҡта үҙаллы утты һүндереү мөмкин булмай.

«Өфө һыу каналы» предприятиеһында һыу менән бәйле мәсьәләне хәл итергә әҙерлек белдерәләр, тик ремонт эштәре өсөн йорт хужаларына үҙҙәренә аҡса түләргә тура киләсәк.

Ҡойоно төҙөкләндереү өсөн Крәҫтиән урамында транспорт хәрәкәтен сикләү талап ителә. Йорт хужаларына үҙаллы муниципаль юлды ябып ремонт үткәреү рөхсәт ителмәй.

Муниципаль юлда урынлашҡан һыу системаһын яңыртыу ҙур сумма менән иҫәпләнә, шуға ла Крәҫтиән урамында йәшәүселәр коллектив ҡултамға ҡуйып судҡа мөрәжәғәт итергә ниәтләнә, сөнки районды һыу менән тәьмин итеүсе ойошма боҙоҡ ҡоҙоҡтар өсөн граждандарға штраф һалыу тураһында иҫкәртә.

Фото №1 - Өфөлә шәхси йорттарҙа йәшәүселәр ҡоҙоҡтан һыу аҡҡанға зарлана

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ