8 март урамындағы тупраҡлы юл оҙаҡ йылдар дауамында урында йәшәүселәргә мәшәҡәт килтергән. Төҙөкләндереү эштәре һөҙөмтәһендә юл өҫтө грейдер менән тигеҙләтелгән, ҡомло ҡырсынташ менән ҡапланған. Йәмғеһе 1350 метр юл тәртипкә килтерелгән.
Охлебинин ауылындағы ике урамды ремонтлау өсөн республика бюджетынан 2,5 миллион һум аҡса бүленгән. Подрядсы «УниверсалСтрой» ойошмаһы юлды ваҡытында файҙаланыуға тапшырған.




