Егерме көн билдәһеҙлектә

Салауат ҡалаһында медицина хеҙмәткәрҙәре пациенттың вафат булыуын туғандарына хәбәр итмәгән. Исемһеҙ килеш Өфө мәйетханаһында ятҡан. 65 йәшлек ирҙең тормош иптәше һәм ҡыҙы үҙизоляцияла ҡала, ә медицина учреждениеһы телефондарға яуап бирмәй. Ике аҙна самаһы яҡындарының хәлен белә алмай аҙаплана. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Елена Кальченконың атаһы ауыр хәлдә Салауат ҡалаһының ковид-госпиталенә эләгә. Һаҡланыу костюмындағы хеҙмәткәрҙәр пациенттың документтары менән бергә, бәйләнеш өсөн телефон һандарын яҙып алалар. 1-се төркөм инвалиды, өҫтәүенә, йыл башынан түшәктә ятҡанға күрә, икенсе көнөнә үк махсус матрас килтерелә.

Атайым госпиталгә эләккәндән һуң, мин әсәйем менән үҙизоляцияға киттек. Беҙҙә лә коронавирус барлығы раҫланды. Шуға ла, төрлө кәрәк-яраҡтар килтереү, ковид-госпиталенә илтеп биреүҙә коллегаларым ярҙам итте. Тәүге көндәрҙә атайыбыҙҙың хәлен тотороҡло булыуын хәбәр иттеләр. Артабан, 6 июлдән бәйләнеш өҙөлдө. Госпиталгә барып-ураған дуҫтарым да йыш ҡына яуапһыҙ ҡайтты.

Елена Кальченко, ҡыҙы

Бәйләнеш тик бер аҙна самаһы ваҡыт үткәс кенә булдырыла. Медицина хеҙмәткәрҙәре пациенттың госпиталдән сығыуын хәбәр итә. Елена Кальченко түшәктә ятҡан аталарының ярҙамһыҙ ҡайта алмауын белдереп, ҡабат-ҡабат төбәшеп һорашҡас телефонды госпиталь мөдире ала.

Салауат ҡала дауаханаһы ковид-госпиталенә пациент смена алышынған көндә эләгеүен билдәләй. Шуға ла, бәйләнеш өсөн телефон һандарының юғалыуы ла ихтимал.

Салауат ҡалаһының ковид-госпитале ике аҙна вахта ысулы менән эшләй. Пациент смена алышынған көндә килтерелгән. Шуға ла, бәйләнеш өсөн ҡалдырылған телефон һандарының юғалыуы бар. 8 июндә пациент вафат була. Артабан, уның кәүҙәһе Өфөнөң 13-сө дауаханаһына ебәрелә.

Илшат Яппаров, Салауат ҡала дауаханаһы баш табибы

Ике аҙна самаһы билдәһеҙлекте Елена кисерә алмай. Ғәҙеллек талап итеп Прокуратураға мөрәжәғәт иткән.

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ