Бөгөн донъяла иң мөһим мосолман байрамдарының береһе билдәләнә

Хаж тамамланыуын белдереүсе Ҡорбан ғәйете Зөлхизә айының 10-сы көнөндә, йәғни ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә һәм өс-дүрт көнгә һуҙыла.

Башҡортостанда йәшәүсе барлыҡ мосолмандарҙы изге көн менән Радий Хәбиров тәбрикләне. «Был байрам мосолман донъяһы халыҡтарының бай тарихын һәм мәҙәниәтен хәҙерге заман менән бәйләп тороусы исламдың ысын ҡиммәттәрен һынландыра. Был көндәрҙә һәр диндар Хоҙайға ихлас доға менән мөрәжәғәт итә, барлыҡ уй-теләктәрен, эштәрен мәрхәмәткә һәм ғәҙеллеккә, яҡындарын хәстәрләүгә йүнәлтә» - тип билдәләне Башҡортостан башлығы.