Туристар ҡалдырған сүп-сарҙы йыйырға Дәүләкән районынан, Өфөнән ирекмәндәр килде. Өмәлә БСТ каналының ижади төркөмө булды. Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.
Шәмбе көн иртә менән Асылыкүл буйына ял итергә түгел, ял итеүселәрҙең артынан йыйыштырырға Дәүәлкән районы һәм Өфөнән ирекмәндәр килде. Алып килгәнһең икән -алып ҡайт акцияһында иллегә яҡын кеше ҡатнашты.
Дәүләкән районының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Видеоклиптар төшөрөп һоҡланып ҡайтырлыҡ булһын өсөн тәбиғәт хазинаһы таҙа булырға тейеш, тигән фекерҙә улар.
Ирекмәндәрҙең килеүенә бигерәк тә Асылыкүл тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре шат. Рәшиҙә Солтанова Асылыкүл тәбиғәт паркында биш йыл йыйыштырыусы булып эшләй. «4 мең ярым гектарҙы дүртәүләп кенән сүп-сарҙан таҙартабыҙ, ял итеүселәр ҡалдырған сүп-сарҙы йыйып өлгөрөп тә булмай», – ти ул.
Бер сәғәт эсендә йыйған сүп-сар тиҫтәләрсә тоҡтарға тултырылды.
Көндәр һалҡынайта төшөү менән күл буйына ялға килеүселәр һаны аҙайған, шулай ҙа, йәй йәмен татып ҡалырға теләүселәр бар әле.
Экологик өмә киләһе аҙнала Ҡандракүл буйында уҙасаҡ.
Рәмилә Исмәғилева.







