Үткән аҙнала халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр 30 процентҡа аҙайған. Был турала республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер - Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдерҙе.
Республикала сүп сығарыуға хаҡты арттырыу көтөлә. Тарифтар ҡараласаҡ, тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Әле көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарған өсөн ауылда йәшәүселәр 35, ҡала халҡы 70 һум түләй. Башҡортостанда 4 төбәк операторы эшләй.





