Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте. Ике кешенең күперҙән һыуға ырғыуы билдәле. Июлдә Башҡортостанда 70-кә яҡын кеше һыуҙа һәләк булған.
Һыу төбөнә китеүселәрҙең күбеһе ирҙәр. Фажиғәгә килтергән төп сәбәптәрҙең береһе – хәмер эскән килеш һыу инеү. Кешеләрҙең йыһазландырылмаған ҡомлоҡта ял итеүе, балаларҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырыу ҙа күңелһеҙ тамамланған.





