Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты үтәлеше ҡаралды

Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты үтәлеше ҡаралды

Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә ошо мәсьәлә күтәрелде. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин әйтеүенсә, быйыл, мәҫәлән, Өфө районы Булгаков ауылында 825 урынлыҡ мәктәп төҙөлә, баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә юл ремонтлана, Нефтекамала урамдар тәртипкә килтерелә. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты өсөн 2024 йылғаса 1 миллиард ярым һум бүленә.

Фото №1 - Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты үтәлеше ҡаралды

Аҡсаның байтаҡ өлөшө юл, социаль объекттар төҙөлөшө, шулай уҡ халыҡты иҫке торлаҡтан күсереүгә тотонола. Республика Башлығы Радий Хәбиров программа үтәлеше барышында бәләкәй ҡалаларҙа торлаҡ төҙөлөшө һәм алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеүгә ҙур иғтибар бирергә ҡушты.

#хабиров #оперативка #жилье #нацпроект

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ