Беренсе сентябргә әҙерлек юғары кимәлдә булырға тейеш

Был хаҡта бөгөн республика етәксеһе Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Яңы уҡыу йылы ғәҙәти режимда башлана, әммә коронавирус арҡаһында мәктәптәрҙе кире ябырға тура килмәһен өсөн, беҙгә ғәҙәти булмаған алымдарҙы ҡуланырға кәрәке, тине төбәк етәксеһе. Уҡытыу процесын ойоштороуҙы ентекле ҡарарға ҡушылды.

Башҡортостан коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙе йомшартыуҙың икенсе этабына әҙер түгел. Яҡынса 15 августан Башҡортостанда кинотеатрҙар эшләй башларға тейеш ине. Әммә уларҙы асыу ваҡыты йәнә эпидемиологик хәлгә бәйле буласаҡ.

Фото №1 - Беренсе сентябргә әҙерлек юғары кимәлдә булырға тейеш

Рәмилә Исмәғилева.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ