Иглин районында фура менән идара иткән иҫерек водитель асыҡланды

46 йәшлек ир М-5 федераль трассаһы буйлап Һамар өлкәһенән Новосибирск ҡалаһына юлға сыҡҡан булған. Рено маркалы ауыр йөк машинаһына 17 тонна пластик тоҡ тейәгән. Водитель тейешле медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан.

Ҡырын тейәгән водителгә ҡарата протокол төҙөлгән. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына ярашлы уға 30 мең һум күләмендә штраф һәм йыл ярымға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеү янай. Йөк машинаһы махсус туҡталҡаға ҡуйылған. Эш мирауай судта ҡараласаҡ.

Фото №1 - Иглин районында фура менән идара иткән иҫерек водитель асыҡланды

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ