Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби бәрелештәр инвалидтарына 100 мең һум ҡаралған. Инвалидтарға, күп балалы, шулай уҡ мөмкинлеге сикле бала тәрбиәләгән ғаиләләргә 60 мең һум аҡса бирелә. Әйткәндәй, улар аҙ килемле булып иҫәпләнһә, сумма 100 меңгә етә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Газ үткәреүгә льгота биргән сертификатты тапшырыуҙа үҙгәрештәр ҙә бар. Вице-премьер – Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Башҡортостан Башлығы сертификат ярҙамында газ үткәреүгә иғтибар ҙур булған төбәктәрҙе атаны. “Баймаҡ, Иглин һәм Нуриман райондарында йәшәүселәр өйҙәрен “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырғанда льготаны әүҙем ҡуллана. Беҙ 2 мең 246 сертификат тапшырҙыҡ. Уның байтағын күп балалы ғаиләләр алды. Бирелгән сумма йортҡа газ үткәреүгә киткән сығымдарҙың ҙур өлөшөн ҡаплай. 2022 йылға тиклем 8 мең самаһы ғаиләгә льготалы сертификат тапшырырға иҫәп тотабыҙ”, - тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Ғаризалар республиканың халыҡты социаль яҡлау үҙәге бүлексәләрендә йәки күп функциялы үҙәктәрҙә ҡабул ителә.





