Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, хәрби бәрелештәр инвалидтарына 100 мең һум тапшырыла. Инвалидтарға, күп балалы, шулай уҡ мөмкинлеге сикле бала тәрбиәләгән ғаиләләргә 60 мең һум аҡса бирелә. Әйткәндәй, улар аҙ килемле булып иҫәпләнһә, сумма 100 меңгә етә.
Башҡортостан Башлығы сертификат ярҙамында газ үткәргән төбәктәрҙе атаны. «Баймаҡ, Иглин һәм Нуриман райондарында йәшәүселәр өйҙәрен «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа тоташтырғанда льготаны әүҙем ҡуллана. Беҙ 2 мең 246 сертификат тапшырҙыҡ. Уның байтағын күп балалы ғаиләләр алды. Бирелгән сумма йортҡа газ үткәреүгә киткән сығымдарҙың ҙур өлөшөн ҡаплай. 2022 йылға тиклем 8 мең самаһы ғаиләгә льготалы сертификат тапшырырға иҫәп тотабыҙ», - тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Ғаризалар республиканың халыҡты социаль яҡлау үҙәге бүлексәләрендә йәки күп функциялы үҙәктәрҙә ҡабул ителә.




