Баш ҡаланың «Дуҫлыҡ монументы» эргәһендәге ер аҫты үткәүеле төҙөлөшө тағы тотҡарлыныуы ихтимал

Эште туҡтатҡан туҡталыш. Быға юл буйындағы йәмәғәт транспорты туҡталышы сәбәпсе. Баҡтиһәң, сауҙа үҙәгенә әйләнә барған бина шәхси милектә һәм уның хужаһы туҡталышты һүткәндәре өсөн иҫ киткес ҙур күләмдә аҡса талап итә. Әле бәхәс суд кимәлендә. Шуға ҡарамаҫтан, объектта эштәр туҡтамай. Ер аҫты үткәүеле ҡасан сафҡа индерелә? БСТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.

Һуңғы айҙарҙа ғына «Дуҫлыҡ монументы» янындағы транспорт хәрәкәте йөҙгә үҙгәрҙе. Бер көн уң яҡҡа тығын булһа, икенсе көндө һулдан үтеү өсөн этеш-төртөш. Водителдәр был хәлдән тамам ялҡты. Барыһының да бер үк һорау. Ҡасан үткәүел төҙөлөп бөтөр ҙә тығындарҙанҡотолдарбоҙ? Хәйер был һорау төҙөүселәрҙең үҙҙәренә дә борсой. Коммуникациялар, транспорт хәрәкәте, ҡыҫынҡы эш майҙаны менән сикләнгән төҙөлөш ауыр бирелә, ти улар.

Был ерҙә һыуүткәргестәр, электр, башҡа коммуникациялар үтә лә күп. Уларҙың һәр береһен күсерер өсөн рөхсәт кәрәк. Ҡағыҙҙарҙы рәткә килтереү өсөн генә күп ваҡыт талап ителә. Әгәр башҡа ерҙә эшләгән булһаҡ. Ер аҫты үткәүелене күптән төҙөгән булыр инек.

Алексей Федотов, участка етәксеһе

Ер аҫты эштәре ташҡа күп тапҡырҙар терәлде. Археологтар ҙа төҙөлөштө байтаҡҡа туҡтатып торҙо. Был урындың тарихи ҡиммәте баһаланғас ҡына ҡаҙыныу эштәре төҙөүселәр ҡулына күсте. Асыҡланыуынса, ҡаршылыҡтар бының менән генә тамамланмаған.

Монумент янындағы туҡталыш хужаһы бинаны күсереү өсөн ҙур күләмдә аҡса талап итә. Күпме икәне сер итеп тотола ,әммә рәсми баһаланған хаҡтан байтаҡҡа юғары, ти төҙөүселәр. Әле яҡтар был мәсәьәләне суд ярҙамында хәл итә. Ул арала төҙөүселәр туҡталышҡа килеп еткән тиерлек. Әгәр мәсьәлә хәл ителеп өлгөрмәһә, эш тә туҡталасаҡ.

Әле ете блоктың дүртеһе төҙөлгән. Былтыр яр буйынан килгән ике блогын төҙөп ҡуйғайныҡ. Йәмғеһе ер аҫты үткәүеле ете блоктан тора. Эштәр күп ҡалмаған. Тәүҙә юлды сафҡа индерһәк, төҙөкләндереү, башҡа уңайлыҡтар һуңынан да мөмкин.

Евгений Кулешов, Өфө ҡалаһы хакимиәте юлдар төҙөү һәм ремонтлау идаралығының капиталь төҙөлөш бүлеге етәксеһе

Ер аҫты үткәүеле ҙур проекттың бер өлөшө генә. Планда яңы төҙөлгән яр буйын Пугачев урамы менән ҡушыу. Һуңынан уны Нижегородка биҫтәһе менән дә ҡушыу тураһында һүҙ йөрөтөлә. Әгәр самаман тыш күп аҡса талап итеүсе туҡталыштар булмаһа был проекттың да тормошҡа ашыу ихтималлығы бар.

Фото №1 - Баш ҡаланың «Дуҫлыҡ монументы» эргәһендәге ер аҫты үткәүеле төҙөлөшө тағы тотҡарлыныуы ихтимал
Башбат

Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ