Ҡап уртанан өҙөлгән: Уҙған төндә Өфөлә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде

Жуков һәмГагарин урамдары киҫелешендә ике еңел автомобиль бәрелеште. Юлды туғыҙынсы модель ВАЗ менән Лада Калина бүлешә алманы. Авария хаҡында мәғлүмәттән күренеүенсә Калина, ҡаршыһына сыҡҡан машинаның уң яғына төкөгән. Һөҙөмтәләтуғыҙынсы модель ВАЗ ҡапуртаһынан өҙөлгән. Машинаны тергеҙеү мөмкин түгел.

Бәхеткә, юл-транспорт ваҡиғаһында кеше ғүмереөҙөлмәгән. Ике водитель һәмөспассажирға медицина ярҙамы талап ителгән. Аварияла ғәйеплеләрҙеәлеинспекторҙар асыҡлай.

Фото №1 - Ҡап уртанан өҙөлгән: Уҙған төндә Өфөлә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ