Башҡорт спортсыһы Семен Елистратов Кореяның Пхенчханында барған Олимпия уйындарында бронза миҙал яулауы айҡанлы 500 мең һум аласаҡ. Был хаҡта Республика министрҙар кабинетында уҙған оператив кәңәшмәлә Хөкүмәт премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов белдерҙе.
Был түләү Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов указына ярашлы ҡаралған, тип билдәләне ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡташыбыҙ Семен Елистратов, Корея Ҡышҡы Олимпия уйындарының ирҙәр араһында 500 метрға шорт-трек уҙышында өсөнсө урын яулап, Рәсәй спортсыларынан тәүге булып миҙалға лайыҡ булды. Еңеүен ул олимпиадала ҡатнашыу хоҡуғынан мәхрүм ителгән ватандаштарыбыҙға бағышланы.




