Ҡалала ихаталарҙы төҙөкләндереү дауам итә. Ремонтланған подъездар һәм ихата диуарҙарында урындағы рәссамдар башҡорт милли орнаменттары, биҙәктәр һәм һүрәттәр ҙә төшөрә. Яңауыл районы хакимиәте мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Лидиә Ғәлимова һөйләй.
“Башҡорт ихаталары” программаһы әлегә 30 процентҡа үтәлгән. Быйыл проектта 17 район һәм ҡалала 380 ихата ҡатнаша.
#башкирскиедворики #янаул





