Туймазы районы Ҡандра ауылында Яңы быуын китапханаһы үҙ ишектәрен асты

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған китапхананы асыу тантанаһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла ҡатнашты. Тулыраҡ коллегабыҙ БСТ каналы хәбәрсеһе Наил Юнысов әҙерләгән материалда.

Ҡандра ауыл балалар модель китапханаһы ярты йыл эсендә Яңы быуын китапханаһына әүерелде. 40 йыллыҡ тарихы булған учреждение бөгөн күҙҙең яуын алырлыҡ булып үҙгәрҙе. Уҡыу зонаһы, бәләкәй класс уҡыусылары һәм кескәйҙәр майҙансығы, Электрон китап уҡыу, төрлө саралар уҙғарыу, Ижади түңәрәктәр һәм оҫталыҡ дәрестәре зоналары барыһы ла 300 квадрат майҙанды биләгән бина эсендә.

Китапханаға килеүселәр башта Абонемент бүлегенә эләгә. Һәр китаптың штрих-коды булдырылған. Уҡыусыны теркәү үткәргәндән һуң автоматлаштырылған ҡоролма ярҙамында кәрәкле нәшриәт һәм китапты табыуы аҙ ваҡыт эсендә башҡарыла. Ингән урында стеналағы ҡурай тажы формаһындағы күрһәткес кәрәкле зонаны табыуға ярҙам итә.

Ата-әсәләр китап һайлағансы кескәйҙәр ваҡытты бушҡа үткәрмәҫ. Интерактив өҫтәл, интерактив иҙән, ҡом менән һүрәт төшөрөү өҫтәле-барыһы ла баланың аң-кимәлен арттырыуға йүнәлтелгән. Бында балалар китабы фонды урын алған. Китап уҡып ялҡып китеүселәр йомшаҡ мендәрҙә ултырып, йә гамакта ятып быуынын яҙа ала.

Виртуаль китаптар менән ҡыҙыҡһыныусыларға Электрон уҡыу залы хуш килер. 5 заманса компьютер менән йыһазландырылған, улар ярҙамында Милли электрон китапхана менән ҡулланыу мөмкинселеге бар. Ошонда уҡ Тифлоцентр урынлашҡан, тифлофлешплеер ярҙамында тауышлы китаптарҙы тыңлау һәм Брайл шрифтлы баҫмаларҙы уҡырға мөмкин.

Әҙәби ҡунаҡхана башҡорт милли стилендә йыһазландырылған. Бында әҙәби кисәләр, ҡыҙыҡлы шәхестәр менән осрашыуҙар уҙғарыу планлаштырыла. Яҡташтары Ҡандра ауылында тыуып үҫкән танылған яҙыусы, сәйәхәтсе Камил Йыһаншинға арналған шәхси күргәҙмәне лә булдырған. Яңыртылған китапханала йәштәр мөхите айырым иғтибарға лайыҡ. Йомшаҡ диван, ултырғыстар, экран менән йыһазландырылған зонала видеолекция, китап һәм яңы йырҙарҙың презентацияларын ҡарау, фекер алышыуҙар уҙғарыу өсөн бар шарттар булдырылған. «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында йыһазландырылған китапхана 9 мең дана яңы китап менән тулыланды. Хәҙер бында 50 меңдән ашыу фонд тупланған. Ағымдағы йылда республикабыҙҙа тағы 3 Яңы быуын китапханаһы барлыҡҡа килеүе көтөлә.

Фото №1 - Туймазы районы Ҡандра ауылында Яңы быуын китапханаһы үҙ ишектәрен асты

Наил Юнысов.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ