Башҡортостанда ураҡ эштәре ҡыҙа бара

Ауыл хужалығы министрлығынан  хәбәр итеүҙәренсә, 163 мең гектарҙаужым арышы, бойҙай һәмтритикале сабылған, шул иҫәптән 145 мең гектар майҙанда улар һуғылған. Игендең уртаса гектар ҡеүәте 28 центнер. Ураҡ эштәре Ишембай районы «Привалов» крәҫтиән-фермер хужалығында ла әүҙембара. Ураҡ барышын БСТ каналының хәбәрселәре лә күҙәтте.

Өр-яңы комбайнда ураҡ эштәрен алып барыу – уңыштың яртыһы ғына. Сирек быуатлыҡ хеҙмәт стажы булған механизатор Азамат Хәйруллин билдәләүенсә, ҡеүәтле техника һынатҡаны юҡ, ә бына һауа торошо ҡыуандырмай.

Ишембай районының «Привалов» хужалығы ҡарамағында ете мең ярым гектар майҙанда һөрөнтө ерҙәр. Әлегә арыш тулыһынса йыйып алынған, ҡалған ужым культураларын урыу 1700 гектарҙа башҡарылған. Игендең уртаса гектар ҡеүәте – 25 центнер тәшкил итә. Автопаркта егермегә яҡын ҡеүәтле техника, бөгөн уларҙың барыһы ла баҫыуҙа. Алтын бөртөкләп йыйылғандай, ауыл эшсәндәренең фиҙаҡәр хеҙмәте лә йыйылған уңыш күләмендә сағыла.

«Привалов» крәҫтиән-фермер хужалығы ураҡ эштәре буйынса Ишембай районында алдынғылар иҫәбендә. Предприятиела эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ юҡ, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Яҙлы-көҙлө дәртләндереү саралары ҡаралған. Мал аҙығын әҙерләүгә килгәндә, быйыл 150 гектар майҙанда силосҡа кукуруз, бер йыллыҡ үләндәр сәселгән. Әлегә һалам преслана башлаған.

Фото №1 - Башҡортостанда ураҡ эштәре ҡыҙа бара

Гөлназ Хәйбуллина.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ