Халыҡ иһә уҙған йылда башланған эштәрҙең һаман һуҙылыуына ризаһыҙлыҡ белдерә. Ҡала хакимиәтенең Юлдар төҙөлөшө һәм ремонт идаралығы етәксеһе Радмил Мөслимов әйтеүенсә, ремонт ваҡытында яңы ҡатмарлыҡтар килеп сыҡҡан, шуға эштәр тотҡарланған.
Өфөлә Комсомол урамында ремонтты киләһе йылда тамамлау планлаштырыла.





