Республика дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бигерәк тә баш ҡаланың Октябрь һәм Дим райондарында ошондай авариялар күбәйеүе күҙәтелә. Юл ҡазаларының байтаҡ өлөшө водителдәр намыҫында, ти белгестәр.
Ярты йыл эсендә Өфөлә 70-кә яҡын юл-транспорт ваҡиғаһында балалар һәм үҫмерҙәр зыян күргән, үлеүселәр юҡ. Ата-әсәләр хәүефһеҙлек мәсьәләһенә иғтибарлыраҡ ҡарай башлаған. Балалар креслоһы ҡуйылмаған машиналар кәмегән. Автоинспектор Линар Зиннуров.





